8 декабрь, Кесе йома

18 май 2009 йыл, 17:24

"Ала Тоо" барыһы өсөн дә асыҡ

автор: Марина Шумилова

"Ала Тоо" ҡырғыҙ мәҙәни үҙәгенә июндә өс йыл тула, әммә йәш булыуына ҡарамаҫтан, был милли йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостанда юғары ижтимағи абруй ҡаҙанырға өлгөрҙө.

— Ойошмабыҙҙы төҙөүҙең төп сәбәбе булып яҙмыш ҡушыуы буйынса Башҡортостанға килеп сыҡҡан ватандаштарыбыҙ менән аралашыу теләге көслө булыуы торҙо, — тип һөйләй үҙәк рәйесе Сонна Алиева. — Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса республикала 500 самаһы этник ҡырғыҙ йәшәй, уларҙың күбеһе этник-ара никахҡа ингән. "Ала Тоо" ҡырғыҙ теленә һәм мәҙәниәтенә битараф булмағандарҙы берләштерҙе. Башҡортостанда йәшәп, күптәр хатта таныш та булмаған бит. Диаспорабыҙ сафтары йылдан-йыл уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Ҡырғыҙ Республикаһынан күсеп ҡайтҡан башҡорттар һәм татарҙар иҫәбенә лә тулылана бара. Һуңғы йылдарҙа, Ҡырғыҙстандан миграция ағымдары көсәйеү менән бәйле, Башҡортостанда ватандаштарыбыҙ һаны ярайһы уҡ артты. Беҙгә ҡайһы берҙә уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау менән бәйле проблемаларҙы хәл итергә, Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән эш алып барырға тура килә.

Ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге йыл һайын "Науруз" республика байрамында, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан үткәрелгән башҡа йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын "Ала Тоо" саҡырыуы буйынса Башҡортостанға Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһынан "Хәҙрәт-Әли" фольклор ансамбле килә, ул республиканың ҡала парктарында иҫтә ҡалырлыҡ канат буйлап йөрөү тамашалары ойоштора.

"Ала Тоо" ҡырғыҙ диаспораһын, Ҡырғыҙстандан Өфө вуздарында уҡыусы студенттарҙы үҙенә ылыҡтырыусы үҙәк булып тора. Бында бергәләп мосолман һәм милли байрамдарҙы билдәләйҙәр. Киләсәктә "Ала Тоо" БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Ҡырғыҙ Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән бергә Башҡортостанда Ҡырғыҙ киноһы көндәрен үткәрергә планлаштыра.