8 декабрь, Кесе йома

18 май 2009 йыл, 17:22

Раил Сарбаев аҙ ҡатлы төҙөлөш буйынса Австрия тәжрибәһен өйрәнә

автор: БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

Республика властары индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөн тиҙләтеү һәм арзанайтыу өсөн Австрияның коттедждар төҙөү өсөн тиҙ һалына торған конструкциялар етештереү буйынса заводы менән хеҙмәттәшлекте юлға һалырға ниәтләй. Республика Премьер- министры Раил Сарбаев етәкселегендәге хөкүмәт делегацияһы ошо маҡсатта Венаға оса. Сираттағы кәңәшмәлә ул, Өфөнән алыҫ түгел Шамонино ҡасабаһында арзан төҙөлөш материалдарынан тиҫтәләп эксперимент йорто әҙер булыуы, уларҙы бөгөн торлаҡ алыуға сиратта тороусыларға өлгө сифатында күрһәтеүҙәре тураһында әйтеп үтте. 200 кеше йорт һалыуға аҡсалата маҡсатлы заем биреү тураһында таныҡлыҡтар алды.

— Күп федераль киң мәғлүмәт саралары индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса беҙҙең программаны Башҡортостандың ысын ноу-хауы тип атаны. Етмәһә, беҙ бушлай ер участкалары биреү генә түгел, заемдар ҙа бирәбеҙ, бюджет иҫәбенә инженер коммуникациялары үткәрәбеҙ, юлдар һалабыҙ. Бындай программа аналогтары Рәсәйҙә юҡ. Һис шикһеҙ, көрсөктә иң мөһиме — төҙөлөшкә "батырға" юл ҡуймау. Ә ул үҙ артынан иҡтисадтың бөтә секторын тартасаҡ. Быйыл беҙ меңләп участка бирергә тырышасаҡбыҙ, ә биш йыл эсендә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм аҙ тәьмин ителгән граждандар өсөн льготалы схема буйынса индивидуаль торлаҡ йорттар төҙөү өсөн 8-12 сутый майҙан менән кәмендә 5 мең ер участкаһы бүленәсәк, — тине Раил Сарбаев. Әгәр австриялыларҙың аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү буйынса тәжрибәһе республикаға перспективалы булып күренһә, ихтимал, яҡын киләсәктә беҙҙә ошондай уҡ завод барлыҡҡа килер.