Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

"Полиэф" продукцияһының юғары сифатын Евросоюзда раҫланылар

Иҡтисад

"Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан полиэтилентерефталатының (ПЭТФ) аҙыҡ-түлек продукттары менән контактҡа инеүсе материалдарға ҡарата ҡуйылған Европа закондары талаптарына тап килеүен раҫлаусы сертификат алды. Британияның PIRA International Ltd. тикшеренеү үҙәге тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән полиэтилентерефталаттың (ПЭТФ) Евросоюз территорияһында аҙыҡ-түлек төрөү өсөн яраҡлы булыуын раҫланы, тип хәбәр иттеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән.

ПЭТФ-тан әҙерләнгән өлгөләр ЕС 97/48/ Директиваһына ярашлы имитацион аҙыҡ-түлек продукттарында дөйөм миграцияны билдәләүгә һыналды. Алынған һөҙөмтәләр дөйөм миграцияның сикке билдәләренән кәмерәк булып сыҡты.

Сертификат ПЭТФ-тың сифатын һәм хәүефһеҙлеген раҫлаусы төп билдә булып тора һәм "Полиэф" акционерҙар йәмғиәте полиэтилентерефталатын Европа баҙарына сығарырға хоҡуҡ бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть