8 декабрь, Кесе йома

15 май 2009 йыл, 17:42

Мортаза Рәхимов "Салауат Юлаев"тың баш тренеры менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Йома көндө, 15 майҙа, Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Өфөнөң "Салауат Юлаев" хоккей клубының яңы баш тренеры Вячеслав Быков һәм уның ярҙамсыһы Игорь Захаркин менән осрашты.

Осрашыу башында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәсәй йыйылма командаһы кәңәшсе-тәрбиәселәрен Швейцарияла хоккей буйынса донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы.

— Донъя беренселегендә еңеүегеҙ менән һеҙ бөтә рәсәйҙәргә ҙур шатлыҡ бүләк иттегеҙ, — тине республика башлығы.

Башҡортостан Президенты, милли йыйылма команданың дөйөм уңышына Башҡортостан Республикаһынан спортсылар — Александр Еременко, Александр Пережогин, Виталий Прошкин, Александр Радулов, Олег Твердовский, Алексей Терещенко — ҙур өлөш индерҙе, тип билдәләне.

Мортаза Рәхимов Вячеслав Быковҡа "Салауат Юлаев" клубының баш тренеры вазифаһында уңыштар теләне:

— Һеҙ илдең йыйылма командаһының һәм беҙҙең хоккей клубының лидерлыҡ позицияларын нығыта алырһығыҙ, тип ышанам, — тип билдәләне республика башлығы.

Вячеслав Быков республика Президентына Өфө командаһы тренерҙар штабының яҡын аралағы эш пландары тураһында һөйләне. Шулай уҡ "Салауат Юлаев" составындағы үҙгәрештәр ихтималлығы тикшерелде.

Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин Башҡортостанда хоккей үҫеше кимәлен юғары баһаланы:

— Өфөлә көн ярым булыу эсендә беҙ шул тиклем күңел йылыһы тойҙоҡ һәм һеҙҙә хоккейҙы ысынлап яратыуҙарын күрҙек. Һәм беҙ көйәрмәндәребеҙҙең ышанысын аҡлау өсөн үҙ характеры, үҙ йөҙө булған команда булдырырға тырышасаҡбыҙ. Мин яҡындағы ике йылда тап Өфөлә эшләй аласағыма бик шатмын, — тине Вячеслав Быков.

Осрашыуҙа "Салауат Юлаев" хоккей клубының күҙәтеү советы рәйесе, "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор Николай Курапов ҡатнашты.