8 декабрь, Кесе йома

15 май 2009 йыл, 17:40

Ағас әҙерләүҙең яңы нормалары ғәмәлгә инә башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Лесничестволар БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай быйыл апрель айында раҫлаған яңы нормативтар буйынса граждандарҙан ағас әҙерләүгә документтар ҡабул итә башланы.

Республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" закондың ҡайһы бер пункттары ярайһы уҡ үҙгәртелде. Мәҫәлән, торлаҡ йорт төҙөүгә хәҙер — 25 йылға бер тапҡыр 150 кубометр, ә торлаҡты ремонтлауға һәм реконструкциялауға 15 йылға бер тапҡыр 50 кубометр ағас бүленәсәк.

Ихата ҡаралтыларын төҙөү өсөн бүленгән ағас күләме өс тапҡырға арттырылды: 15 йылға бер тапҡыр 50 кубометрға яҡын. Элек был маҡсаттарға 10 йылға бер тапҡыр иң күбе 15 кубометр тотонорға рөхсәт ителә ине. Ихата ҡаралтыларын ремонтлауға хәҙер биш йылға бер тапҡыр 15 кубометр бүленәсәк. Законға үҙгәрештәр индергәнгә тиклем был маҡсатҡа ошо арауыҡта биш кубометр ғына бүленә ине.

Бынан тыш, янғын йәки стихиялы бәлә-ҡаза һөҙөмтәһендә торлағынан мәхрүм ҡалған, шулай уҡ икенсе урынған күсенгән граждандар, билдәләнгән арауыҡты иҫәпкә алмайынса, төҙөлөш өсөн ағас әҙерләй ала.

Ағас әҙерләүгә рөхсәт өсөн түләү биш меңдән 25 мең һумға тиклем тәшкил итә. Ағасты үҙ аллы ҡырҡып алалар.