10 декабрь, Шәмбе

15 май 2009 йыл, 17:39

Глобалләшеү дәүерендә Рәсәй яҙмышы" ғилми-ғәмәли конференцияһы

автор: Марина Шумилова

"Глобалләшеү дәүерендә Рәсәй яҙмышы" — бөгөн РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында үткән Бөтә Рәсәй вуз-ара ғилми-ғәмәли конференцияның темаһы ошондай. Башҡортостандың, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең төп вуздары, республикабыҙ министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре ошо актуаль темаға ҡағылышлы мәсьәләләр спектрын тикшерә.

Глобалләшеү сығанаҡтары, глобалләшеү шарттарында Рәсәй йәмғиәтенең рухи өлкәһе именлеге, Рәсәйҙең глобалләшеүе һәм махсус тәғәйенләнеше, хәҙерге заман мәғарифында глобалләшеү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, хоҡуҡи дәүләт һәм бөтә донъя тәртибе, Рәсәйҙең милли именлеген тәьмин итеү һәм глобалләшеүсе донъяла кеше хоҡуҡтары, глобалләшеү процесының онтологик статусы: әһәмиәте һәм перспективалары — бына ғилми форумдың пленар ултырышында тикшерелгән проблемаларҙың ҡайһы берҙәре.

Пленар ултырыш тамамланғас, конференцияла ҡатнашыусылар "Глобалләшеүҙең философик-методологик проблемалары", "Глобалләшеүсе донъяла Рәсәйҙең социаль-иҡтисади һәм сәйәси проблемалары", "Глобалләшеү дәүерендә Рәсәйҙең хоҡуҡи системаһын яңыртыу" секциялары буйынса эште дауам итәсәк.