8 декабрь, Кесе йома

15 май 2009 йыл, 17:37

Предприятиелар халыҡ-ара инновациялар салонында ҡатнашыуға саҡырыла

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республика предприятиеларына, август айында Мәскәүҙә IХ Мәскәү халыҡ-ара инновациялар һәм инвестициялар салоны үтәсәк, тип хәбәр итә. Унда ҡатнашыуға Рәсәй һәм сит илдәрҙең фәнни ойошмалары һәм сәнәғәт предприятиелары, бәләкәй инновация фирмалары, уйлап табыусылар, инновацион проекттар инициаторҙары, эшҡыуарҙар, шулай уҡ венчур фондтары, финанс һәм консалтинг ойошмалары вәкилдәре саҡырыла.

Халыҡ-ара салон дүрт көн буйына, 26-29 августа, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең 75-се павильонында үтәсәк.