Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен һаҡлау буйынса конференция үтәсәк

Иҡтисад

Өфөлә "Сәнәғәттә һәм наноиндустрияла интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен хоҡуҡи һаҡлау" V халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

Уны үткәреү урыны итеп "Баштехинформ" республика фәнни-техник һәм мәғлүмәт комплексы һайланған.

Конференция 20 майҙа сәғәт 10-да асыласаҡ. Форумда ҡатнашыусылар Граждандар кодексына ярашлы сәнәғәт милке объекттарын хоҡуҡи һаҡлау, республиканың нанотехнологиялар селтәренә ингән ойошмаларҙа техник ҡарарҙарҙы һаҡлау мәсьәләләрен тикшерәсәк. Шулай уҡ Рәсәй авторҙар берләшмәһенең халыҡ-ара эшмәкәрлеге һәм сәнәғәт милке объекттарын сит илдә патентлау тураһында ла һүҙ алып барыласаҡ.

21 майҙа секциялар эше ойоштороласаҡ. Көн түңәрәк өҫтәл һәм дискуссия менән тамамланасаҡ. Артабан ҡунаҡтарҙы мәҙәни программа көтә.

Конференцияның һуңғы көнө, 22 май, республиканың Интеллектуаль милекселек буйынса координацион советы ултырышы менән асыласаҡ. Шулай уҡ секция ултырыштары һәм дискуссия планлаштырылған.

Форумда докладсылар сифатында Үҙәк, Волга буйы һәм Урал федераль округтарының интеллектуаль милекселек өлкәһендәге белгестәре сығыш яһаясаҡ. Конференция йомғаҡтары буйынса ғилми мәҡәләләр йыйынтығы сығарыласаҡ. Шулай уҡ "Интеллектуаль милекселек" күргәҙмәһе лә эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть