8 декабрь, Кесе йома

15 май 2009 йыл, 17:33

Йәштәр театры "Йәш көндәр" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры "Йәш көндәр" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Йәштәр театраль форумы быйыл Истанбулда (Төркиә) 25-се тапҡырына үткәрелә.

Хәбәр итеүебеҙсә, Йәштәр театры Төркиәлә режиссер Илнур Муллабаев ҡуйған "Диләфрүзгә дүрт кейәү" спектаклен күрһәтәсәк. Театрҙа, был яҡты, эскерһеҙ юмор менән һуғарылған, матур музыкаһы һәм йырҙары менән спектакль барыһына ла аңлайышлы булыр, тип иҫәпләйҙәр.

Фестиваль программаһы сиктәрендә беҙҙең артистар бөгөн, 15 майҙа, сығыш яһаясаҡ.

Туфан Миңнуллиндың пьесаһы буйынса "Диләфрүзгә дүрт кейәү" спектакле премьераһы Йәштәр театрында уҙған миҙгелдә үк үткәйне. Шул ваҡыттан алып ул тамашасыларҙа ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Комедияның сюжеты ябай: ауыл егеттәре Йәмил, Ғәлим, Исмәғил һәм Шәкүр сибәр ҡыҙ Диләфрүзгә ғашиҡ. Егеттәрҙең һәр береһе был тәкәббер ҡыҙҙың йөрәген яуларға һәм үҙенә ҡаратырға маташа. Ләкин Диләфрүз уйламай эш итә торған ҡыҙҙарҙан түгел, ул кейәү егете булырға дәғүә итеүселәрҙең һәр береһенә диҡҡәт менән күҙ һала.

Спектаклдә ролдәрҙе театрҙың төп актерҙары Нәғим Нурғәлин, Альбина Кашанова, Венер Камалов, Мәғәфүр Усманов, Гөлшат Ғайсина, Зөлфәр Әхмәтов, Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллин, Илнур Лоҡманов башҡара.