9 декабрь, Йома

15 май 2009 йыл, 17:26

Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә дискуссия клубы үтте

автор: Марият Артюхова

"Йәштәрҙә донъяға инновацион ҡараш һәм фекерләү тәрбиәләүҙә йәмәғәт берләшмәләренең роле". Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә үткән дискуссия клубы темаһы шулай аталды. Уны төбәктең тармаҡ министрлыҡтары ярҙамында "Респект" Хоҡуҡ компанияһы ойошторҙо. Клуб ултырышында "Рәсәй терәге" Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Рәмзил Ишсарин, Бөтә Рәсәй уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рауил Әхмәтшин, башҡа рәсми кешеләр, БР юғары уҡыу йорттары уҡыусылары ҡатнашты.

Йыйылыусылар "Йәштәр бизнеста", "Йәштәрҙә донъяға инновацион ҡараш һәм фекерләү тәрбиәләү", "Яңы белем биреү программалары һәм креатив уҡытыу методикалары ярҙамында йәштәрҙе инновацион эшмәкәрлеккә ылыҡтырыу", "Инновацион проекттар әҙерләүҙә йәштәр ижтимағи ғилми ойошмаларының роле", "Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының өҫтөнлөклө тармаҡтарын үҫтереү өсөн инновацион проекттарҙың әһәмиәте", "Йәштәрҙә донъяға эшлекле ҡараш тәрбиәләүҙең төп принциптары" темаларына фекер алышты.

Шулай уҡ "Һыу һәм һауа транспортының традицион булмаған төрҙәре", "Башҡортостан Республикаһының яғыулыҡ-энергетика комплексы һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларында энергия һаҡлау технологиялары", "Умартасылыҡ өсөн феромон синтезы" кеүек инновацион проекттар тикшерелде.

Дискуссия клубының эше "Эшлекле һөйләшеүҙәр ваҡытында коммуникация серҙәре" мастер-класы менән тамамланды.