Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Киров ҡалаһында кәңәшмә

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 14 майҙа Киров ҡалаһында Волга буйы федераль округы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә ултырышта ҡатнашыусылар Волга буйы иҡтисадындағы ағымдағы эштәр торошон һәм көрсөккә ҡаршы күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген тикшерҙе. Бөгөнгө көнгә округтың бөтә төбәктәрендә көрсөккә ҡаршы комиссиялар төҙөлгән һәм беренсе ярты йыллыҡҡа эш пландары раҫланған.

Киров өлкәһенә сәфәре сиктәрендә Мортаза Рәхимов ҡайһы бер агросәнәғәт комплексы предприятиеларының эше менән танышты. Атап әйткәндә, Башҡортостан Президенты "Дороничи" агрофирмаһына һәм "Красногорский" тоҡомсолоҡ заводы агрокомбинаты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә барҙы. Былар — үҫемлекселек, малсылыҡ, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе күп тармаҡлы ҙур хужалыҡтар.

Республика Президенты Киров өлкәһе агросәнәғәт комплексы предприятиеларының эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть