Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала эшһеҙҙәр һаны кәмене

Иҡтисад

Республикала һуңғы ваҡытта эшһеҙҙәр һаны кәмеү тенденцияһы күҙәтелә. Был турала бөгөн Башҡортостан Республикаһының Халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү координацион комитеты хәбәр итте.

Апрель айында республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 1783 кешегә кәмене, 5 майҙан 12 майға тиклем осорҙа — тағы ла 974 кешегә. Шулай итеп, төбәктә хәҙерге ваҡытта эшһеҙҙәр һаны 46,9 мең кеше тәшкил итә, дөйөм эшһеҙлек кимәле — 2,32 процент.

— Һис шикһеҙ, ыңғай үҫеш, ләкин был тынысланырға мөмкин, тигәнде белдермәй, — тип иҫәпләй Фидус Ямалетдинов. — Ҡайһы бер райондарҙа күрһәткестәр элеккесә борсоулы — эшһеҙлек арта барыуы күҙәтелә.

Башҡортостанда хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы сиктәрендә саралар әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 826 предприятие 16659 кешене йәмәғәт эшенә йәлеп итеүгә 1012 килешеү төҙөнө. Әле үк йәмәғәт эштәрен ойоштороуға аҡсалата средстволарҙы үҙләштереү күләме 3,5 миллион һум самаһы тәшкил итә. Ә дөйөм алғанда, төҙөлгән килешеүҙәр буйынса был маҡсаттарға 251,5 миллион һум самаһы йүнәлтергә планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть