Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй Президенты Башҡортостандан ике ғаиләгә орден тапшырҙы

Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев күп балалы ата-әсәләрҙе (уллыҡҡа алыусыларҙы) "Ата-әсәлек даны" ордены менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был юлы был юғары дәүләт наградаһына балалар тәрбиәләүҙәге һәм ғаилә традицияларын нығытыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн 18 ғаилә лайыҡ булды.

Улар араһында республикабыҙҙан да ике ғаилә бар — Дыуан районынан туғыҙ бала тәрбиәләүсе Владимир һәм Галина Беляевтар, Учалы районынан 10 бала үҫтереүсе Раил һәм Зилә Лутовтар.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, "Ата-әсәлек даны" орденын булдырыу тураһында указға РФ Президенты Дмитрий Медведев 2008 йылдың 13 майында ҡул ҡуйғайны. 2009 йылдың 13 ғинуарында Кремлдә "Ата-әсәлек даны" орденын башлап алыусылар — Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Мәскәү, Санкт- Петербург, Татарстан, Яҡутия, Ҡурған өлкәһе, Ростов өлкәһе, Омск өлкәһе, Дағстан) һигеҙ ғаилә пары йыйылғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть