9 декабрь, Йома

15 май 2009 йыл, 8:57

Кушнаренко районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

2009 йылдың 14 майында Кушнаренко ауылында Кушнаренко районы муниципаль районы Советы ултырышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Кушнаренко районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Йосопов Алмас Мәмдүх улы тәғәйенләнде.

Алмас Йосопов 1960 йылда Саҡмағош районының Сыйрышбаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1985 йылда Саҡмағош район Советы башҡарма комитетының ауыл хужалығы идаралығы аппаратында өлкән технадзор инженеры булып башлай. 1986 йылдан 2001 йылға тиклем Саҡмағош район агросәнәғәт берекмәһендә өлкән технадзор инженеры, Саҡмағош районы 85-се профессиональ лицейында махсус дисциплиналар уҡытыусыһы һәм директорҙың уҡыу-производство эше буйынса урынбаҫары, "МТС" предприятиеһы директоры булып эшләй. 2001 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем "Башҡорт" машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Саҡмағош филиалы директоры вазифаһын биләне.

Алмас Йосопов "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ.