3 декабрь, Шәмбе

14 май 2009 йыл, 18:01

Урмандарҙа янғын сығыу осраҡтары йышайҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республиканың Урман хужалығы министрлығы урманда янғын сығыуҙар ҡырҡа йышайыуын билдәләй.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып республиканың урман фонды территорияһында 37 янғын сығыуы теркәлгән. Уларҙың 28-һе һуңғы ял көндәрендә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең сираттағы байрамын билдәләгәндә, сыҡҡан. Күп осраҡтарҙа урманда янғын сығыу сәбәбе булып усаҡты һүндермәү, тәмәке төпсөгө ташлау тора.

Республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, янғын осраҡтары йышайыуы сәбәпле борсолоп, БР Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Рафаэль Нәүшервәнов менән бергә урман фонды биләмәләрен тикшереп осош яһаны. Бөрйән һәм Белорет райондарында министр ведомствоның территориаль вәкиллектәре менән кәңәшмә үткәрҙе.