8 декабрь, Кесе йома

14 май 2009 йыл, 18:00

БДАУ үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтә

автор: Марият Артюхова

Бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университетында Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә бер юлы ике күргәҙмә үткәрелә. Береһендә йәш ғалимдарҙың ғилми-тикшеренеү инновацион проекттары күрһәтелә, ә икенсеһендә — университет студенттары һәм аспиранттарының ғилми эштәре.

Уларҙың хеҙмәттәре ауыл, шулай уҡ урман хужалығына арналған. Студенттарҙың ҙур проекттары иғтибарҙы йәлеп итә. Мәҫәлән, малсылыҡ ҡалдыҡтарын органик ашлама һәм биогаз итеп эшкәртеү өсөн ҡоролма макеты, уны электр энергияһы етештереү өсөн файҙаланырға мөмкин. Республикала билдәле "Эраконд" биокефиры ла — университет уҡыусылары ҡаҙанышы. Туҙған деталдәрҙе яңыртыу технологиялары ла иғтибарға лайыҡ, етмәһә, ватанда ғына етештерелгән түгел, сит ил техникаһы деталдәрен дә.

Күргәҙмәгә килеүселәрҙең күбеһе — башҡа юғары уҡыу йорттары студенттары. Күргәҙмәләр менән танышҡандан һуң вуз ҡунаҡтары өсөн биотехнологиялар лабораторияһына экскурсия ойоштороласаҡ.