Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Нефтекаманан уҡыусы - Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры

Йәмғиәт

Нефтекаманан 11-се синыф уҡыусыһы Ринат Солтанов Рәсәй нанотехнологиялар корпорацияһы менән берлектә Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты үткәргән "Нанотехнологиялар — киләсәккә ынтылыш" III Бөтә Рәсәй интернет-олимпиадаһы призеры булды.

"Химия" дисциплинаһында Башҡортостандан уҡыусы тиҫтерҙәре араһында иң яҡшыларҙың береһе булды һәм икенсе урын яуланы.

Олимпиадала ҡатнашыуға теркәлгән 6000 кешенән 137-һе көндөҙгө турға үтте. Былар Рәсәйҙең 49 ҡалаһынан һәм БДБ илдәре: Беларусия, Ҡаҙағстан, Тажикстандан уҡыусылар, студенттар, йәш ғалимдар һәм аспиранттар.

Көндөҙгө тур сиктәрендә балаларға теоретик мәсьәләләрҙе сисергә һәм нанотехнологиялар буйынса ғилми-белем биреү үҙәгенең хәҙерге заман тикшеренеү ҡорамалында эксперимент үткәрергә тура килде.

Еңеүсе дипломынан тыш, Ринат "Роснано"нан 20000 һум аҡса ла алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть