4 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2009 йыл, 17:39

Ш. Бабич исемендәге премияға дәғүәселәр билдәләнде

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы буйынса комиссияның 2009 йылдағы тәүге ултырышы үткәрелде.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста артабан ҡатнашыу һәм йәмәғәтселек араһында тикшереү өсөн 13 кеше тәҡдим ителде. Улар:

Илһам Вәлиев — З. Исмәғилев операларындағы сағыу ролдәре өсөн, Светлана Ғиниәтуллина — Н. Гоголдең "Женитба", М. Горькийҙың "Последние" һәм башҡа спектаклдәрҙәге ҡатын-ҡыҙ образдары өсөн, Руслан Ниғмәтуллин — скульптурала Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре образдарын сағылдырғаны, республикабыҙҙың һынлы сәнғәт традицияларын һаҡлағаны һәм пропагандалағаны өсөн, Зөлфиә Рәхмәтуллина — "Еңеү һалдаттары" очерктар йыйынтығы өсөн, Зөһрә Фәйзуллина (Зөһрә Бураҡаева) — хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен тәржемә итеү үҫешенә индергән өлөшө өсөн, Сыңғыҙ Ханнанов — милли һәм классик музыканы үҫтергәне һәм пропагандалағаны өсөн. Дәғүәселәр араһында ике ижади коллектив та бар. Беренсеһе Айрат Әбүшаһманов менән Альберт Нестеров — Н. Асанбаев пьесаһы буйынса "Ете ҡыҙ" спектаклен сәхнәләштергәндәре өсөн. Икенсеһе Башҡортостандың Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Алһыу Вәлиуллина, Айһылыу Ғәйнетдинова, Иршат Ғайсин, Роберт Хәмиҙуллин, Марат Яҡупов — сағыу сығыштары һәм башҡарыу оҫталығы өсөн.

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премиялары буйынса Комиссия бөтә ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе, ижади ойошмаларҙы, министрлыҡ һәм ведомстволарҙы, предприятие һәм учреждениеларҙы, редакциялар һәм йәмәғәт ойошмаларын дәғүәселәрҙең әҫәрҙәре һәм эштәре буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Рецензиялар һәм иҫкәрмәләрҙе 2009 йылдың 8 июненә тиклем БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығына ебәреү һорала.

Адресы: 450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорт, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы.

Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 276-45-87, 251-14-75.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 13 дәғүәсенән мәҙәни һәм ижади эшмәкәрлеге айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған өсәүһе һайлап алынасаҡ.