10 декабрь, Шәмбе

13 май 2009 йыл, 16:33

Өфөлә эшҡыуарҙар форумы үтә

автор: Ольга Горюнова

Бөгөн Өфөлә, Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында, "Банкылар. Страховкалау. Инвестициялар. Күсемһеҙ милек-2009" күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙары форумы үтә. Уны ойоштороусылар — БР Милли банкы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, "Рәсәй терәге" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Өфө ҡалаһының Эшҡыуарҙар союзы.

Форум үҙенсә бер быйыл февралдә үткән Эшҡыуарҙар съезында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға тәүге йомғаҡ яһау этабы булып тора. Съезда төбәктә бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгәйне. Атап әйткәндә, бизнесты ойоштороуҙың башланғыс этабында проекттарҙы финанслау (старт-ап), микрофинанслау, гарантия фонды средстволары иҫәбенә заемдар биреү, кредиттар буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн субсидиялаштырыу кеүек эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы кеүек саралар тикшерелгәйне.

Бөгөн форумда БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин билдәләүенсә, әҙерлек эштәренең күбеһе башҡарылған. БР Хөкүмәтенең Микрофинанслау үҙәге төҙөү, бәләкәй предприятиелар өсөн лизинг буйынса процент ставкаларын субсидиялаштырыу тураһында ҡарары проекты — раҫлау стадияһында, башҡа проекттар ҙа эшләй башлаған.

Форумда гарантия фонды аша заемдар биреү тураһында мәсьәлә айырым ҡуҙғатылды. Республикала 14 банк был программа буйынса фонд средстволары менән эшләргә теләк белдерҙе.

Шулай уҡ форумда эшҡыуарлыҡтың дәүләт һәм муниципаль заказға үтә алыу, венчур фондтары эше практикаһы, банкылар берләшмәһе менән баһалау бизнесы араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләү кеүек темалар тикшереләсәк.