9 декабрь, Йома

13 май 2009 йыл, 16:29

Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау 23 майҙа шылтыраясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Мәктәпте тамамлауға арналған тантаналы линейкалар Башҡортостанда быйыл 23 майҙа үтәсәк. 29992 кеше мәктәпте тамамлаясаҡ. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттә, ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырауҙы 25 майҙа ойоштора торғайнылар, әммә быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу графигы тығыҙ булыу арҡаһында уны иртәрәк үткәрергә ҡарар ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 2009 йылдан мәктәпте тамамлаусыларҙың барыһы ла мотлаҡ тәртиптә Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Рәсәй мәғариф надзорында нисәмә йылдар дауамында эшкәртелеп килгән ярашлы закон яңы йылдан үҙ көсөнә инде.

Берҙәм дәүләт имтиханы математика, рус теле, әҙәбиәт, физика, биология, химия, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле, немец теле, француз теле, испан теле, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса үткәреләсәк. Шуны ла әйтергә кәрәк, Башҡортостанда теләүселәр башҡорт теле буйынса берҙәм төбәк имтиханы ла тапшыра ала.