10 декабрь, Шәмбе

13 май 2009 йыл, 16:26

Алыҫ Көнсығыш көс ведомствоһы етәксеһе - беҙҙең яҡташыбыҙ

автор: Айҙар Хөсәйенов

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән яҡташыбыҙ милиция генерал-майоры Феликс Васильков Рәсәй Эске эштәр министрлығының Алыҫ Көнсығыш федераль округы буйынса Баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.

Милиция генерал-майоры Васильков 1964 йылдың 22 июлендә Башҡортостан Республикаһында тыуған. 1982-1984 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ике юғары белемгә эйә. 1998 йылда СССР Дәүләт именлеге комитетының Юғары пограничниктар хәрби-сәйәси училищеһын "офицер-пограничник" специальносы буйынса тамамлай. Феликс Васильков 2000 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юридик институтын тамамлап, икенсе юғары белем — "Хоҡуҡ фәне" специальносы буйынса юридик белем ала.

Эске эштәр органдарында Феликс Васильков 1993 йылдан хеҙмәт итә. Оперуполномоченныйҙан алып Рәсәй Эске эштәр министрлығының оператив-эҙләү бюроһы начальнигына тиклем вазифалар биләй. Төп махсуслашыуы — коррупцияға ҡаршы көрәш һәм ойошҡан енәйәтселектең иҡтисади нигеҙҙәрен ҡаҡшатыу.

Дәүләт һәм ведомство наградалары менән билдәләнгән. Өйләнгән. Улы бар. 2009 йылдың февралендә Феликс Павлович Васильковҡа сираттағы махсус звание — милиция генерал-майоры — бирелә.