Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиелары һаны арта

Иҡтисад

Өфөнөң көнкүреш хеҙмәтләндереүҙәре селтәре быйыл беренсе кварталда 13 яңы предприятие һәм индивидуаль эшҡыуар менән тулыланды. Был турала мэриялағы кәңәшмәлә хеҙмәтләндереүҙәрҙе көйләү бүлеге начальнигы Ольга Завьялова хәбәр итте.

Дөйөм алғанда, ҡала биләмәһендә бөгөн 2137 предприятие халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтә. Улар араһында иҫәбе буйынса беренсе урында автосервистар килә. Икенсе һәм өсөнсө урында — бөҙрәханалар һәм мунсалар. Һуңғы айҙарҙа аяҡ кейеме һәм күн-галантерея изделиеларын ремонтлау һәм тегеү предприятиелары һаны ла артты.

Шул уҡ ваҡытта иҡтисади көрсөк һөҙөмтәһендә ҡала халҡына көнкүреш хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү күләме кәмеүе күҙәтелә. Уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда ул 23,7 процентҡа кәмене.

Айырыуса көнкүреш техникаһын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү предприятиелары ҡыйынлыҡ кисерә, сөнки улар сит ил комплектлау деталдәре менән эшләй. Иҡтисади көрсөк менән бәйле, халыҡ хәҙер кер йыуыу хеҙмәтләндереүҙәренә һирәгерәк мөрәжәғәт итә, ә химик таҙартыу һәм шиномонтаж оҫтаханаларының эше миҙгелгә бәйле.

Хеҙмәтләндереүҙәр менән мөмкин тиклем күберәк кешеләр файҙалана алһын һәм социаль яҡланмаған кешеләргә ярҙам итеү өсөн предприятиелар етәкселәре пенсионерҙарға, инвалидтарға адреслы ярҙамға айырыуса иғтибар бирә. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 64 йыллығына арналған саралар үткәреү осоронда 100-ҙән ашыу предприятие һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын үҙ средстволары иҫәбенә хеҙмәтләндерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть