5 декабрь, Дүшәмбе

13 май 2009 йыл, 16:21

Илебеҙ киләсәге һеҙҙең ҡулда

«Башинформ»

Республика Президенты Мортаза Рәхимов бөгөн Өфөлә асылған Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусыларға тәбрикләү хаты ебәрҙе. Тәбрикләү хатында шулай тиелә:

"Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә хөрмәтле ҡатнашыусылар!

Рәсәй Федерацияһында Йәштәр йылында һәм Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында йәш ғалимдарҙың ошондай мөһим сараға йыйылыуы айырыуса иҫтәлекле. Уның сиктәрендә Волга буйы федераль округы йәш ғалимдарының I форумы һәм Башҡортостан Республикаһы фәненең I йәштәр фестивале үтеүе лә ҡыуаныслы.

Республикабыҙҙа йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә. Йәштәр эштәре буйынса дәүләт һәм муниципаль органдар уңышлы эшләй. Дәүләт йәштәр сәйәсәте, йәш ғаиләләргә, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтары һәм үҙәктәре эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәтеү тураһында закондар эшләнгән. "Йәштәр — Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы" балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәтен һәм гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү концепцияһы раҫланған. "Башҡортостан йәштәре" Президент программаһы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы республика программаһы тормошҡа ашырыла. Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторолдо. Башҡарма власть органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеген килештереү яйға һалынды. Алтмыштан ашыу балалар һәм йәштәр милли, спорт, ижади, экологик, волонтерлыҡ, студенттар, тарихи-мәҙәни һәм эҙәрмәндәр йәмәғәт ойошмалары эшләй. Шуларҙың өстән бер өлөшө самаһы Республика йәштәр хәрәкәте составына инә. Был хәрәкәт 220 меңдән ашыу кешене берләштерә.

Һәләтле йәштәргә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура, фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премиялары тапшырыла. Йәш ғалимдар һәм йәштәрҙең фәнни коллективтары конкурс нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы гранттарын ала. Айырыуса һәләтле уҡыусыларға, студенттарға, аспиранттарға һәм докторанттарға республика Президенты стипендиялары түләнә.

Эшсе йәштәр хаҡында айырым хәстәрлек күрелә. "Башҡортостан Республикаһының йәш белгесе" айырым маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла. Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәптәре һәм бизнес-инкубаторҙар асылды. Йәш эшҡыуарҙарҙың бизнес проекттарына булышлыҡ итеү өсөн гранттар ғәмәлгә индерелә.

Шуны билдәләргә кәрәк: республикала күптән түгел ойошторолған Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе граждандар йәмғиәттәре институттарын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша, Волга буйы федераль округында төп йәштәр ғилми йәмәғәт ойошмаларының береһе булып тора.

Бөгөн илгә, һис ҡасан да булмағанса, белемле, маҡсатҡа ынтылыусан, сәмле йәш белгестәр, үҙ эшенең оҫталары талап ителә. Һеҙгә хас булған ошо сифаттар тормошта үҙ урынығыҙҙы табыу, белем һәм оҫталығығыҙҙың кәрәклеген тойоу, интеллектуаль һәм ижади ҡеүәтте тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирер, тип ышанам. Йәштәрҙең интеллектуаль, ижади элитаһы вәкилдәре булараҡ, тап һеҙ яҡын киләсәктә Рәсәйҙәге иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләйәсәкһегеҙ.

Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, әүҙем уңышлы эш теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".