5 декабрь, Дүшәмбе

13 май 2009 йыл, 16:19

Мортаза Рәхимов хоккейсыларҙы ҡотланы

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов "Салауат Юлаев" клубы һәм Рәсәйҙең йыйылма командаһы хоккейсыларын хоккей буйынса донъя чемпионатындағы еңеү менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе. Телеграммала шулай тиелә:

"Хөрмәтле спортсылар — "Салауат Юлаев" һәм Рәсәйҙең йыйылма командаһы хоккейсылары!

Икенсе йыл инде һеҙ донъя беренселегендә ҙур еңеүегеҙ менән бөтә рәсәйҙәргә оло шатлыҡ килтерәһегеҙ. Милли йыйылма команданың ошо дөйөм уңышына республикабыҙҙы сағылдырыусы спортсыларҙың ҙур өлөш индереүе ҡыуаныслы. Александр Еременконы, Александр Пережогинды, Виталий Прошкинды, Александр Радуловты, Олег Твердовскийҙы, Алексей Терещенконы планета чемпиондары титулын яулауҙары менән ихлас ҡотлайым.

"Салауат Юлаев" хоккей клубының тренерҙар штабына һәм коллективына спортсыларҙы яҡшы әҙерләгән өсөн рәхмәт белдерәм. Яңы Олимпия миҙгелендә лә илдең йыйылма командаһының һәм үҙебеҙҙең клубтың лидерлыҡ позицияларын нығыта алырһығыҙ, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм Башҡортостандың, бөтә Рәсәйҙең даны хаҡына яңы спорт еңеүҙәре теләйем!"

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов шулай уҡ Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы баш тренеры Вячеслав Быковҡа уны һәм тренерҙар штабын донъя чемпионатында оло еңеү менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе.