Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Сауҙа итеүҙең инновацион технологияларына өйрәтәсәктәр

Иҡтисад

Өфөнөң сауҙа предприятиелары етәкселәрен сауҙа итеүҙең инновацион технологияларына уҡытасаҡтар. "Сауҙа эволюцияһы-2009. Бизнеста инновацион технологиялар" бушлай семинары июнь башында Башпотребсоюзда үтәсәк.

Уҡыуҙы БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ярҙамында Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы, БР сауҙа-сәнәғәт палатаһы, "Сауҙа проекты" компанияһы ойоштора.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшләүсе 200-ләп предпритие етәксеһе һәм эшҡыуар ҡатнашыуы көтөлә. Улар үҙ бизнесын үҫтереү өсөн мөһим мәғлүмәт аласаҡ һәм коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ.

Семинар дәрестәрендә сертификатлаштырыу, клиенттар йәлеп итеү технологиялары, электрон документтар әйләнеше, кадрҙар потенциалы менән идара итеүҙә аутсорсинг технологияларын файҙаланыу тураһында һүҙ барасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть