4 декабрь, Йәкшәмбе

12 май 2009 йыл, 17:30

Мәшғүллек хеҙмәте 150 студентҡа ярҙам итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжының сығарылыш төркөмдәре студенттары өсөн лекциялар уҡыу ойошторҙо. Дөйөм алғанда, 150-ләп студент мәшғүллек хеҙмәте психологтарынан һәм юрисконсульттарынан консультация алды. Алынған белем йәш белгестәргә хеҙмәт баҙарында дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам итәсәк.

Башҡортостан социаль технологиялар институтының 18 студенты өсөн дә ошондай уҡ сара һәм Өфө Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге буйлап экскурсия ойошторолдо.