9 декабрь, Йома

12 май 2009 йыл, 17:29

Иҫтәлекле урындар һәм ҡоролмаларҙың берҙәм реестры булдырыласаҡ

автор: Марина Шумилова

Волга буйы федераль округында 22 июлгә тиклем иҫтәлекле урындар һәм ҡоролмаларҙың берҙәм реестры булдырыласаҡ.

Бөгөнгө көндә Волга буйы федераль округында 10,5 мең самаһы Бөйөк Ватан һуғышына арналған иҫтәлекле урындар һәм ҡоролмалар иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе 15 йылдан ашыу элегерәк асылған һәм капиталь йәки ағымдағы ремонтҡа мохтаж. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Леонид Гильченко әйтеүенсә, иҫтәлекле урындарҙы паспортлаштырыу һәм тотоу буйынса эште айырым контролгә алырға кәрәк, тип хәбәр итә REGNUM мәғлүмәт агентлығы.