Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

"Алтын тирмә" милли театрҙар фестивале финалы үтәсәк

Йәмғиәт

13-16 майҙа республикала милли театрҙарҙың "Алтын тирмә" төбәк-ара фестиваленең йомғаҡлау этабы үткәрелә. Финал Ғафури районы биләмәһендә үтәсәк, уның коллективы — Ғафури халыҡ театры — уҙған йылғы фестивалдә еңеүсе булғайны.

Сараны ойоштороусы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр жанры методисы Тәнзилә Ҡалмурзина хәбәр итеүенсә, фестивалдең йомғаҡлау этабына 17 коллектив үтте — улар зона һайлап алыу турҙарында еңеүселәр, Татарстандан, Мари Иленән, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән ҡатнашыусылар.

Финалға сығыусыларҙың сығыштары өс майҙансыҡта барасаҡ — Красноусол ауылындағы район Мәҙәниәт йортонда, "Красноусол" шифаханаһының Ял үҙәгендә һәм Үтәк ауыл Мәҙәниәт йортонда.

Асыу тантанаһы 13 майҙа район Мәҙәниәт йортонда үткәрелә. Был көндө ошонда уҡ Ҡырмыҫҡалы халыҡ театры үҙ программаһын күрһәтәсәк.

"Алтын тирмә" фестиваленә 16 майҙа йомғаҡ яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть