9 декабрь, Йома

12 май 2009 йыл, 17:23

Айырым янғынға ҡаршы режим индерелде

автор: Елена Макушина

7 майҙан 30-ына тиклем Башҡортостанда айырым янғынға ҡаршы режим индерелде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса дәүләт идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, айырым янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә булған осорҙа сүп-сар яндырған һәм усаҡ яҡҡан өсөн ярайһы уҡ күләмдә штрафтар ҡаралған.

Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында кодекстың 20.4 статьяһына ярашлы, стандарттар, нормалар һәм ҡағиҙәләр тарафынан билдәләнгән янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн, был Кодекстың 8.32, 11.16 статьялары менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, граждандарға иҫкәртеү яһала йәки 500 һумдан 1000 һумға тиклем күләмдә административ штраф һалына; вазифалы кешеләргә — 1000 һумдан 2000 һумға тиклем штраф; юридик шәхес лицензияһы алмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыусыларға 1000 һумдан 2000 һумға тиклем штраф һалына йәки 90 тәүлеккә тиклем ваҡытҡа эшмәкәрлеге административ рәүештә туҡтатыла; юридик шәхестәргә — 10000 һумдан 20000 һумға тиклем штраф йәки эшмәкәрлеге 90 тәүлеккә тиклем административ рәүештә туҡтатыла.

Айырым янғынға ҡаршы режим шарттарында яһалған ошондай уҡ ғәмәлдәре өсөн граждандарға — 1000 һумдан 1500 һумға тиклем; вазифалы кешеләргә — 2000 һумдан 3000 һумға тиклем; юридик шәхестәргә 20000 меңдән 30000 һумға тиклем штраф һалына.