10 декабрь, Шәмбе

12 май 2009 йыл, 17:21

Мәскәүҙә "Бөтә Рәсәй маркаһы" күргәҙмәһе асылды

автор: Эльвира Латипова

Бөгөн Мәскәүҙә "Бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ). ХХI быуат Сифат билдәһе" ХХI халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла.

Был сара 2009-2010 йылдарға иҫәпләнгән конкурстың алтынсы этабын аса. Программала ҡатнашыусылар үҙ продукцияларын ХХI быуаттың Алтын, Көмөш һәм Бронза Сифат билдәләренә номинациялай.

"Бөтә Рәсәй маркаһы"н "Милли Дан" фонды, "РОСТЕСТ — Мәскәү", АМСКОРТ Интернэшнл, Социаль-иҡтисади һәм интеллектуаль программалар фонды ойоштора. Күргәҙмә Мәскәү Хөкүмәте етәкселегендә һәм Рәсәй Хөкүмәте, ҡайһы бер министрлыҡтар һәм ведомстволар ярҙамында үткәрелә.

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан "Бөтә Рәсәй маркаһы"нда ике предприятие — "Каустик" һәм "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре ҡатнаша. Федераль программала был предприятиелар даими ҡатнашып килә һәм конкурстың юғары наградаларына лайыҡ була, ә Салауат нефть эшкәртеү комплексы иһә "Юғары сифатлы предприятие" исемен дә яулағайны.