9 декабрь, Йома

12 май 2009 йыл, 17:17

Мортаза Рәхимов төньяҡ-көнсығыш төбәктә булып ҡайтты

автор: Марият Артюхова

11 майҙа, бөтә Рәсәйҙә ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә барҙы. Республика башлығының иғтибар үҙәгендә райондарҙың иҡтисади һәм социаль үҫеш мәсьәләләре булды.

Салауат районының Мөрсәлим ауылында буласаҡ участка дауаханаһы — Башҡортостан Президенты ҡараған тәүге объект. Ҡасандыр ятаҡ булып хеҙмәт иткән ике ҡатлы бинала заманса дауахана урынлашасаҡ. Бындай медицина комплексына ихтыяж күптән бар: ауылда 4,5 мең кеше йәшәй, ә медицина хеҙмәтләндереүе яҡшынан түгел. Хәлде баһалап, республика етәкселеге бинаны тулыһынса реконструкциялау хаҡында ҡарар ҡабул иткәйне. Эштәр февралдә башланды. Әле бинаның иҫкергән барлыҡ өлөшө һүтелгән, тик төп конструкциялар ғына ҡалған.

Участка дауаханаһының майҙаны 1,4 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Мортаза Рәхимов төҙөлөштөң финанс яғы менән ҡыҙыҡһынды.

Республика Президенты Мөрсәлим ауылының дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһын капиталь ремонтлау һәм киңәйтеү мәсьәләһен ҡараны. 1986 йылда төҙөлгән бина иҫкергән. Уның ҡыйығы, ишектәре, тәҙрәләре һәм туҙған башҡа өлөшө һүтеләсәк. Капиталь ремонт яһағанда стеналар ҙа йылытыласаҡ.

Мортаза Рәхимов урындағы власть органдары вәкилдәре иғтибарын ауылды төҙөкләндереү эшен әүҙемерәк алып барыу кәрәклегенә йүнәлтте.

Ҡыйғы районында Башҡортостан Президенты Түбәнге Ҡыйғыла урта мәктәп һәм район үҙәгендә үҙәк район дауаханаһы төҙөлөшөн баһаланы.

Түбәнге Ҡыйғылағы яңы урта мәктәп йәшен һуҡҡан 1966 йылғы бина урынында төҙөләсәк. Унда ошо ауылдан һәм яҡындағы дүрт ауылдан 180 бала уҡыясаҡ. Әле эшселәр бинаның эсен биҙәү менән шөғөлләнә. Төҙөлөштө республика Президенты үҙе контролдә тота.

Районда тағы ла бер "социаль" төҙөлөш тамамланыу алдында. Үрге Ҡыйғы ауылында үҙәк район дауаханаһының яңы бинаһы тулыһынса әҙер тиерлек.

Рспублика Президенты төҙөлөш менән проблемалар юҡлығына ышанды. Район етәкселеге менән ул биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, Мортаза Рәхимов төҙөкләндереү эшен яңы бина тирәләй генә түгел, район үҙәге урамдарында ла алып барырға кәңәш итте.

Балаҡатай районының Билән ауылында иҫке мәктәп урынында социаль-мәҙәни үҙәк ҡалҡып сығасаҡ. Башҡортостан Президенты буласаҡ үҙәк бинаһын ҡараны. Реконструкция ғинуарҙа башланған һәм июндә тамамланасаҡ. Финанс мәсьәләләре уңышлы хәл ителгән, төҙөлөш материалдары етерлек.

Республика башлығы шулай уҡ төҙөүселәр менән аралашты, хеҙмәт шарттары һәм хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Эшселәр зарланмай. Эш хаҡын тотҡарлыҡһыҙ ваҡытында бирәләр. Тимәк, объектты билдәләнгән ваҡытта файҙаланыуға тапшырыу өсөн ҡаршылыҡтар юҡ.

— Һеҙҙең бурыс — объектты ваҡытында тапшырыу ғына түгел, эште сифатлы итеп башҡарыу, — тип билдәләне Мортаза Рәхимов төҙөүселәр менән әңгәмә ваҡытында.

Яңыбай ауылында Мортаза Рәхимов урта дөйөм белем биреү мәктәбен капиталь ремонтлау мәсьәләһен ҡараны. Мәктәп янындағы оҫтаханалар урынлашҡан ағас йорт иҫкергән. Бинаны һуғыштан һуңғы йылдарҙа һалғандар һәм уны яңынан тергеҙеүҙән файҙа юҡ. Уның урынына мәктәпкә яҡшы төкәтмә кәрәк, тип иҫәпләй Мортаза Рәхимов. Киләсәктә оҫтаханалар шунда күсәсәк.

Республика Президенты үҙен оҙатып йөрөүсе төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллинға аҙна эсендә төҙөлөш-биҙәү эштәре, кәрәкле материалдар күләмен билдәләргә ҡушты.

Мортаза Рәхимов 27 июндә таҡмаҡсылар бәйгеһе үтәсәк Ямаш ауылында булды. Бөтә республиканан кәмендә 850 таҡмаҡсы халыҡ ижадын һөйөүселәр киләсәк.

Бөгөнгә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡаршылау өсөн нимәләр эшләнгән? Республика властары сараны үткәреүҙә районға нимә менән ярҙам итә ала? Республика Президенты районға эш сәфәре барышында урындағы власть вәкилдәренә ошондай һорауҙар бирҙе.

Проблема ауыл мәҙәниәт йортоноң иҫке булыуында. Ул 1982 йылда төҙөлгәндән һуң бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған. Республика Президенты бинаның торошон баһаланы.

Дыуан районының Ярославка һәм Вознесенка ауылдарында Мортаза Рәхимовҡа мәктәпте нисегерәк тиҙ һәм сифатлы төҙөү миҫалын күрһәттеләр.

Ярославкала урта дөйөм белем биреү мәктәбе 2008 йылдың октябрендә төҙөлә башлаған, бөгөн белем биреү усағы балаларҙы ҡабул итергә әҙер тиерлек. Яңы корпусты иҫкеһенә йылы коридор тоташтырасаҡ.

Вознесенкала мәктәпте мартта ғына төҙөй башлағандар, бөгөн бинаның икенсе ҡаты стеналары күтәрелә. Мәктәп ике өлөштән тора. Вознесенка мәктәбендә 240 бала уҡыясаҡ.

Мортаза Рәхимов шулай уҡ "Янғантау" шифаханаһындағы төҙөлөш эштәре менән танышты. Шифахана биләмәһендә быуа төҙөү мәсьәләһе тикшерелде. Быуаның майҙаны 1,5 гектар самаһы буласаҡ тип күҙаллана. Бынан тыш, унда ял итеү генә түгел, балыҡ үрсетеү мөмкинлеге лә буласаҡ.

Эш сәфәре барышында Мортаза Рәхимов социаль объекттар төҙөлөшөнөң яҡшы темпын һәм сифатын билдәләне.