7 декабрь, Шаршамбы

08 май 2009 йыл, 17:15

Рөстәм Мәрҙәнов Дәүләт Йыйылышы Почет грамотаһы менән бүләкләнде

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы ҡарары менән БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов БР Дәүләт Йыйылышы Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш республика парламенты депутаты был наградаға 9 майҙа 45 йәше тулыу алдынан "Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн" лайыҡ булды.

— Рөстәм Хәбиб улы үҙен әүҙем һәм оҫта парламентарий итеп күрһәтте, — тип аңлатты Президиум ҡарарын Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Кннстантин Толкачев. — Уның үҙен ышаныслы тотоуы һәм камил белемгә эйә булыуы республикабыҙ банк системаһы менән сифатлы идара итергә булышлыҡ итә.

— Хеҙмәтемде юғары баһалауҙы мин тотош банк системаһы эшмәкәрлегенә ҡайтарып ҡалдырам, — тине ҡотлауға яуап итеп Рөстәм Мәрҙәнов. — Миңә Дәүләт Йыйылышы эшендә республика банк системаһын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе закон акттары ҡабул ителгән осорҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. Башҡа төбәктәрҙең күп ҡаҙаныштары Башҡортостан парламентының закондар сығарыу эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булды ла инде.