4 декабрь, Йәкшәмбе

08 май 2009 йыл, 17:12

"Тиҙ ярҙам" байрам көндәрендә ҡәҙимге режимда эшләйәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Алда торған байрамдар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ашығыс хеҙмәттәрҙең эшендә бер нисек тә сағылмаясаҡ.

Өфөнөң тиҙ медицина ярҙамы станцияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе Ләйсән Сәлимова хәбәр итеүенсә, бөтә байрам көндәрендә "тиҙ ярҙам" ҡәҙимге тәүлек әйләнәһенә режимында эшләйәсәк.

Бынан тыш, амбулатор-поликлиника хеҙмәте учреждениеларының дежур төркөмдәре айырым график буйынса эшләйәсәк. 9 майҙа улар сәғәт 9-ҙан 15 сәғәткә тиклем асыҡ буласаҡ, 14 сәғәткә тиклем кисектергеһеҙ саҡырыуҙар ҡабул итәсәк, 10 майҙа — ял көнө, 11 майҙа — 14 сәғәткә тиклем кисектергеһеҙ саҡырыуҙар ҡабул итеп, шәмбе графигы буйынса.