9 декабрь, Йома

08 май 2009 йыл, 17:11

9 майҙа автотранспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыласаҡ

автор: Дмитрий Слезин

9 майҙа Өфөлә Өфө хакимиәте һәм "Молодежная газета" редакцияһы приздарына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 64 йыллығына арналған асыҡ 61-се еңел атлетика эстафетаһы үткәрелә. Шуға бәйле сәғәт 10-дан 15 сәғәткә тиклем Совет, Зәки Вәлиди, Аксаков, Пушкин урамдары маршруты буйлап автотранспорт хәрәкәте ябыласаҡ.

Эстафетаны ойоштороусылар ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ килтергәндәре өсөн ғәфү үтенә.