11 декабрь, Йәкшәмбе

08 май 2009 йыл, 17:08

Мортаза Рәхимов бюджет өлкәһенән 50 хеҙмәткәргә торлаҡ сертификаты тапшырҙы

автор: Ольга Горюнова

Бөгөн Өфөнөң бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре торлаҡ төҙөлөшөнә 50 торлаҡ сертификаты алды һәм тиҙҙән тағы 150 аласаҡ.

Башҡортостанда, БР Президентының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендәге индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөнә ярҙам күрһәтмәһен үтәп, Хөкүмәт "Башҡортостан Республикаһында "Үҙ йортом" аҙ ҡатлы торлаҡ тоҙөлөшөн үҫтереү" программаһын эшкәртте. Был документҡа ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар йыллыҡ һигеҙ процент менән биш йыл бүлеп түләп 300 мең һум күләмендә заем аласаҡ. Шулай итеп, кредиторға ай һайын түләү 5,9 мең һум самаһы тәшкил итәсәк. Был средстволар БР торлаҡ төҙөлөшө фонды аша йорттар һалыуға тотоноласаҡ. Ҡалған сумманы граждандар үҙҙәре таба. Йорт һалыу уртаса 500-800 мең һумға төшәсәк.

Программа Шамонино, Дорогино, Жилино һәм Алексеевкала бойомға ашырыласаҡ.

Бөгөн тәүге 50 бәхетле кешегә торлаҡ сертификаттарын Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы. Был күңелле тантанала БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Республика программаһы биш йылға иҫәпләнгән. Был ваҡыт эсендә биш мең ғаилә ысынында арзан һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин ителәсәк.