7 декабрь, Шаршамбы

08 май 2009 йыл, 17:06

Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары тапшырылды

автор: Булат Юлбарыҫов

Ҡала Советы бинаһында Өфө ҡалаһы ҡала округы һәм ҡала округы Советы Почет грамоталары менән наградлау тантаналары үтте. Ҡала округы Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин ҡулынан Өфө предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александр Леонидович Макаров наградалар алды. Уға Өфө ҡалаһы ҡала округының Почет грамотаһы тапшырылды.

Александр Макаров оҙаҡ ваҡыт "Главбашстрой"ҙың производство-ремонт участкаһы начальнигы урынбаҫары булып эшләне, республиканың нефтехимия һәм нефть эшкәртеү предприятиелары төҙөлөшөндә һәм уларҙы матди ресурстар менән комплектлауҙа әүҙем ҡатнашты. Һуңғы йылдарҙа ул республика Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы эшендә лә әүҙемлек күрһәтә.

"Ҡыҙыл Йондоҙ", II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, "Германияны еңгән өсөн", "Совет Заполярьеһын обороналаған өсөн", "В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә намыҫлы хеҙмәте өсөн", "Жуков", "Рәсәй флотына 300 йыл", "Хеҙмәт ветераны" миҙалдары менән наградланған.

Өфө ҡалаһы ҡала округының Октябрь районы хакимиәт башлығы Владимир Дмитрюк, РФ Прокуратураһы органдары ветераны Валерий Ғатауллин Почет грамоталары алды.

Наградланыусылар араһында мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, инженерҙар, журналистар, тегенселәр, төҙөүселәр һәм чиновниктар бар.