10 декабрь, Шәмбе

08 май 2009 йыл, 17:02

Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовты Еңеү көнө менән ҡотланы

«Башинформ»

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовты Еңеү көнө менән ҡотланы. Дәүләт башлығының телеграммаһында шулай тиелә:

"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 64 йыллығы менән ҡотлайым! Был байрам берҙәмлеге, ватансылығы һәм Тыуған илгә тоғролоғо менән һәр саҡ көслө булған халҡыбыҙҙың героик батырлығы символына әүерелде. Йыл һайын 9 май көнө беҙ азатлыҡ һәм тыныслыҡ бүләк итеүселәрҙең, фронтта һәм тылда көрәшеүселәрҙең, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырыусыларҙың барыһын да ихтирам менән иҫкә алабыҙ.

Фронтовиктарҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы быуындарҙың рәхмәтле хәтерендә мәңге һаҡланыр.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға яңы уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем.

Д.А. Медведев".

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовты Еңеү көнө менән шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте Pәйесе Владимир Путин ҡотланы:

"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Һеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайым.

Ошо ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы дәүләтебеҙ тарихында, Рәсәй граждандарының бөтә быуындары йөрәгендә айырым урын биләй. Ғорурлыҡ һәм шатлыҡ, ҡайғы кисереү һәм юғалтыуҙарҙан бөтмәҫ һыҙланыуҙар хисе бергә тупланған унда.

Ул героик йылдар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм тыл эшсәндәренең тиңһеҙ батырлығы хаҡындағы иҫтәлек беҙҙе һәр саҡ берләштерәсәк, әхлаҡи көс һәм ватансылыҡ сығанағы булып хеҙмәт итәсәк.

Һеҙгә уңыштар, бәхет теләйем, изгелектәр юлдаш булһын.

В.В. Путин".

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Сергей Мировтың телеграммаһында шулай тиелә:

Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

"Һеҙҙе дәүләтебеҙҙең героик йылъяҙмаһына мәңгелеккә яҙылған байрам — Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының Еңеү көнө менән ҡотлайым.

Ошо һоҡланғыс көндө беҙ бөтә ветерандарға — Тыуған илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған һалдаттарға, партизандарға һәм подпольщиктарға, тыл эшсәндәренә ихтирам күрһәтәбеҙ. Беҙ тап совет халҡының кешелекте фашизм ҡоллоғонан азат итеүгә хәл иткес ҙур өлөш индереүен хәтерҙә тотабыҙ. Бөйөк Еңеү рәсәйҙәрҙең әлеге быуыны өсөн рухи берҙәмлек һәм татыулыҡтың сағыу өлгөһө булып тора.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныс һәм бәхетле киләсәк теләйем.

С.М. Миронов".

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 64 йыллығы айҡанлы ҡотлауҙарҙы шулай уҡ РФ Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Нарышкин, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Игорь Сечин, РФ Хөкүмәте аппараты етәксеһе Сергей Собянин, БДБ башҡарма комитеты рәйесе Сергей Лебедев ебәрҙе.

Еңеү көнө менән БР Президенты Мортаза Рәхимовты федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары, хәрби начальниктар, күренекле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәре, эре сәнәғәт предприятиелары һәм финанс компаниялары етәкселәре һәм башҡалар ҡотланы.

Телеграммалар килеүен дауам итә.