5 декабрь, Дүшәмбе

08 май 2009 йыл, 16:57

Ветерандар уңайлы шарттарҙа йәшәргә тейеш

«Башинформ»

— Башҡортостан — бөгөн тап өлгө алырлыҡ төбәк. Бында 2010 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә ысынлап та бик етди әҙерләнәләр.

Президенттың Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Леонид Гильченко округ субъекттарының башҡарма власть органдары вәкилдәре менән видеоконференцияла республикаға тап шундай баһа бирҙе. Төбәктәр ике төп мәсьәлә буйынса отчет бирҙе: Бөйөк Ватан һуғышына арналған иҫтәлекле урындарҙы һәм ҡоролмаларҙы паспортлаштырыу торошо һәм уларҙы тәрбиәләүҙе ойоштороу, һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү.

Республикала Бөйөк Ватан һуғышына арналған 31 иҫтәлекле ҡоролма БР халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары булараҡ паспортлаштырылған. Улар ауыл һәм ҡала биләмәләре, муниципаль райондар һәм ҡала округтары иҫәбенә тотола.

Бынан тыш, Өфө районының "Туғандар ҡәберлеге"н Хәрби мемориаль объекттарҙы һаҡлау һәм реконструкциялау буйынса федераль маҡсатлы программаға индереүгә заявка бирелде.

РФ Президенты Указына ярашлы 2005 йылдың 1 мартына тиклем сиратҡа баҫҡан бөтә ветерандар 2010 йылдың 1 майына тиклем яңы фатир алырға тейеш. Республикала федераль средстволар иҫәбенә фатир мәсьәләһен 124 ветеран хәл итте. Леонид Гильченко, Башҡортостанда муниципаль берәмектәр средстволары иҫәбенә өҫтәмә рәүештә 266 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ менән тәьмин ителде, тип билдәләне.

Әлбиттә, ветерандарға артабан да торлаҡ бүләсәктәр. Сиратта тағы 555 кеше тора. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев төбәктең бурысын шулай билдәләне: "Был беҙ үтәргә тейешле бурыс".