7 декабрь, Шаршамбы

07 май 2009 йыл, 16:45

Вакансиялар йәрминкәһенә 500 кеше барҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә үткән дәүләт милекселегенә ҡарамаған предприятиелар өсөн вакансиялар йәрминкәһенә бөтәһе 500 кеше килде. Был һуңғы бер нисә айҙа иң түбән күрһәткес. 2009 йылдың беренсе кварталында ҡала вакансиялар йәрминкәһенә килеүселәр һаны, ҡағиҙә булараҡ, мең кешенән кәм булманы.

Һигеҙ эш биреүсе 800 эш урыны тураһында мәғлүмәт бирҙе. Әңгәмәләшеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса 52 эшһеҙ эшкә урынлаштырыуға саҡырылды.