Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Конкурста ҡатнашыуға 113 предприятие заявка бирҙе

Иҡтисад

113 предприятие "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" республика конкурсында ҡатнашыуға заявка бирҙе. Был ғәҙәттәгенән бер аҙ күберәк, тип билдәләйҙәр БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәге матбуғат хеҙмәтендә. Конкурсҡа 200-ҙән ашыу атама менән продукция һәм хеҙмәтләндереү төрҙәре тәҡдим ителә.

Заявкалар февраль-мартта ҡабул ителде. Хәҙер белгестәр уларҙы төрлө критерийҙар буйынса баһалай, уларҙан иң мөһиме традицион рәүештә тауарҙың сифат характеристикалары.

Белгестәр, быйыл аҙыҡ-түлек төркөмө айырыуса көслө, тип билдәләй. Хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиелары ғәҙәттәгенән әүҙемерәк. Дөйөм алғанда, бөтә дүрт номинация — "Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары", "Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция", "Аҙыҡ-түлек тауарҙары" һәм "Хеҙмәтләндереүҙәр" — лайыҡлы күрһәтелгән.

"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" — республика ярышы, ул бер үк ваҡытта "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" Бөтә Рәсәй программа-конкурсының төбәк этабы булып тора. Унда еңеүселәр туранан-тура федераль этапҡа үтә.

Был ярыштарҙың төп асылы юғары сифатлы, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүҙе дәртләндереүгә, ҡулланыу баҙарын уның менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Конкурста ҡатнашыуға төрлө милекселек формаһындағы предприятиелар, шул иҫәптән бәләкәй бизнес субъекттары саҡырыла.

"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары"на йомғаҡ май аҙағына тиклем яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть