6 декабрь, Шишәмбе

07 май 2009 йыл, 16:38

Краснодарҙа эшҡыуарлыҡ форумы

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан делегацияһы Рәсәйҙә Эшҡыуарлыҡ көнөнә арналған Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта бизнес форумында ҡатнашасаҡ. Делегация составына республика Хөкүмәте, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, "Рәсәй терәге" Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәкселеге вәкилдәре инәсәк.

Форум Краснодарҙа "Олимп" Мәҙәниәт һарайында 26 майҙа үтәсәк. Уны "Рәсәй терәге" һәм Краснодар крайы хакимиәте ойоштора.

Форумдың төп темалары — "Көрсөк осоронда дәүләт яҡлауы һәм дәүләт көйләүе саралары һөҙөмтәлелеге", "Ауыл — илдең аҙыҡ-түлек именлеге гаранты", "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ — Олимпиада-2014-кә".