4 декабрь, Йәкшәмбе

07 май 2009 йыл, 16:34

"Салауатнефтьоргсинтез" күргәҙмәгә 24 төр продукция ҡуясаҡ

автор: Ольга Горюнова

"Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Мәскәүҙә үтәсәк "Бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ). ХХI быуат Сифат билдәһе" ХХI халыҡ-ара күргәҙмәһенә 24 төр продукция ҡуясаҡ.

Күргәҙмә 2009 йылдың 12 майынан 15-енә тиклем Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙарын, хеҙмәттәрен һәм технологияларын Рәсәй баҙарына сығарыуға, донъя баҙарына продукция интеграцияһы проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән милли программа сиктәрендә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә үтәсәк.

"Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте "Бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ). ХХI быуат Сифат билдәһе" халыҡ-ара күргәҙмәһендә тәүге тапҡыр 2007 йылдың декабрендә ҡатнашҡайны, тип хәбәр иттеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән. Өс төр продукция — алтын сифат билдәһенә, ә нефть эшкәртеү комплексы үҙе "Юғары сифатлы предприятие" исеменә лайыҡ булғайны.