5 декабрь, Дүшәмбе

07 май 2009 йыл, 16:32

Радио көнө, элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре байрамы менән!

автор: "Башинформ".

Башҡортостан Президенты радио хеҙмәткәрҙәрен, бөтә элемтә тармаҡтары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Бөтә элемтә тармаҡтарының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Хәҙерге йәмғиәтте коммуникация һәм элемтә сараларынан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Радио, телевизор, телефон, Интернет, мобиль элемтә көндәлек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Бөгөн элемтә тармаҡтарының һөҙөмтәле һәм күп йәһәттән инновацион эше иҡтисадты, социаль һәм мәҙәни-рухи өлкәне нығытыуға, һәр кешенең йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Мәғлүмәт ресурстарынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы тәьмин итеүегеҙ, хеҙмәттәр исемлегенең артыуы һәм сифатының яҡшырыуы, яңы технологиялар ғәмәлгә индерелеүе ҡыуаныслы. Дәүләт власы органдарын, предприятиеларҙы һәм учреждениеларҙы мәғлүмәтләштереү кимәле күтәрелә. Интернеттан файҙаланыусылар һәм кәрәҙле элемтә абоненттары һаны йылдам арта. Быларҙың барыһы ла Башҡортостандың глобаль мәғлүмәт киңлегенә эҙмә-эҙлекле интеграцияһына булышлыҡ итә.

Илдең иң эре операторҙарының береһе — "Башинформсвязь" акционерҙар йәмғиәте тармаҡ флагманы булып тора. Предприятие ҡеүәтле заманса техник базаға, дөйөм файҙаланыуҙағы тармаҡлы телефон селтәренә, республика эсендә һуҙылған юғары тиҙлекле сүс-оптика элемтә линияларына, коммутация узелдарына, мәғлүмәттәр тапшырыуҙың өр-яңы системаларына, теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәренә эйә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса йәмғиәт 5 миллиард һумдан ашыу табыш алған.

"Башинформсвязь" селтәрҙәрҙе артабан киңәйтеүгә һәм модернизациялауға етди иғтибар бирә. Дөйөм һыйҙырышлылығы 111 мең номер тәшкил иткән заманса һанлы АТС-тар төҙөлгән, шуларҙың 61 мең номеры — ауылдарҙа. Абоненттар һаны миллиондан артты. Был Башҡортостанға төп телефондар һаны буйынса Рәсәй Федерацияһындағы тәүге дүрт субъект иҫәбенә инеү мөмкинлеге бирҙе. Видеоконференцэлемтә селтәре үҫә. Уға республика Хөкүмәте, шулай уҡ бөтә ҡалалар һәм район үҙәктәре тоташтырылған. "Имен ҡала" программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам итә. Юлдаш телекоммуникациялары әүҙем үҫә.

Ошо ҙур эш һөҙөмтәһендә "Башинформсвязь" сифат өлкәһендә лә һөҙөмтәле инвестиция эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты премиялары лауреаты булды. "Рәсәй иҡтисады лидеры" һәм "Волга буйы бизнесы лидеры" статусын алды.

Теле һәм радиотапшырыуҙар эҙмә-эҙлекле үҫә. Бөтә ҡалаларҙа һәм ҡайһы бер ауыл район үҙәктәрендә теле- радиостудиялар төҙөлдө. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республиканың бөтә территорияһында һәм күрше төбәктәрҙә 18 сәғәтлек тапшырыуҙарҙы тәьмин итә.

Көн һайын эфирға сығып, өҙлөкһөҙ элемтәне тәьмин итеп, һеҙ эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереүгә, халыҡҡа ғәмәлдәге хәл- ваҡиғалар тураһында хәбәр итеүгә, кешеләр араһында аралашыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ.

Һеҙгә юғары профессионализм һәм яуаплылыҡ, эшкә ижади ҡарашығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм!

Һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй хаҡына яңы хеҙмәт уңыштары теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".