9 декабрь, Йома

07 май 2009 йыл, 16:27

Хәрби Дан музейы байрам акцияһы үткәрә

автор: Юлия Антипина

Республика Хәрби Дан музейы Еңеү көнөнә арналған байрам акцияһы үткәрә. Төрлө йәштәге уҡыусыларға йүнәлтелгән сараның үҙенсәлеге шунда: музей буйлап экскурсия комплекслы яһалды. Музейға килеүселәр республиканың тылдағы тормошо хаҡында хикәйәт тыңлау, яҡташтарыбыҙҙың фронттағы батырлыҡтары тураһында белеү генә түгел, театрлаштырылған тамаша ла ҡарай ала. Бынан тыш, уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фильм да күрһәтелә.

Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Римма Теләшева, эштең бындай формаһы йәш тамашасылар өсөн айырыуса ылыҡтырғыс, тип билдәләй. Театраль тамашала профессиональ булмаған актерҙар уйнай. Ғәййәр яугирҙар ролендә Өфөнөң 136-сы лицейының драма түңәрәге ағзалары сығыш яһай. Экскурсиянан һәм фильм ҡарағандан һуң уҡыусылар шарҙарҙы һауаға осороу өсөн Еңеү паркына юллана. Акция 8 майҙа тамамлана.