4 декабрь, Йәкшәмбе

06 май 2009 йыл, 17:40

Медсоветҡа әҙерләнеүгә 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде

автор: Елена Макушина

Республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса сираттағы күсмә ултырышын үткәреүгә әҙерләнеүгә Башҡортостан бюджетынан 402 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш, Мәләүез райондарында һәм Мәләүез ҡалаһында ҙур медсовет үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөү һәм капиталь ремонтлау, территорияларҙы төҙөкләндереү алып барыла. Атап әйткәндә, Бишбүләк ауылында 150 койкалыҡ һәм сменаһына 200 кеше ҡабул итерлек дауахана, Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Стәрлебаш ауылдарында үҙәк район дауаханаһының 50 койкалыҡ дауалау корпустары төҙөлә.