5 декабрь, Дүшәмбе

06 май 2009 йыл, 17:36

"Фәндә тәүге аҙымдар" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе

автор: Эльмира Сабирова

136-сы башҡорт лицейының һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Йәмил Намаҙбаев "Фәндә тәүге аҙымдар" III Бөтә Рәсәй балалар конкурсында еңеүсе булды. "Шәхес тәрбиәләүҙә "Урал батыр" эпосының роле" эше өсөн уға I дәрәжә диплом бирелде.

Конференцияла еңеү алдынан Йәмил "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың ҡала конкурсында Гран-при яуланы. Һуңыраҡ уҡыусы республика ярышында ҡатнашты, бында ла ул тамашасыларҙың һөйөүен яуланы һәм икенсе урынға лайыҡ булды. Призер булып, ул Бөтә Рәсәй кимәлендә Башҡортостан исеменән сығыш яһау хоҡуғын алды.

— Үҙ хеҙмәтемдә мин "Урал батыр" эпосы бөгөн дә йәш быуынды тәрбиәләү эшендә тос роль уйнауын, ә унда күтәрелгән изгелек һәм яуызлыҡ, ҡомһоҙлоҡ һәм эскерһеҙлек, һөйөү һәм нәфрәт, атайҙар һәм балалар мөнәсәбәттәре, көслө һәм көсһөҙ проблемалары хәҙерге донъяла ла тәрән актуаль булыуын күрһәтергә маташтым, — ти Йәмил. — Мин эпосты өйрәнеүсе балалар һаны йылдан-йыл арта барыуына үтә лә шатланам. Тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге бар, телде, мәҙәниәтте ата-олатайҙарыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм риүәйәттәрен һаҡлаясаҡ быуын үҫә.

Лицей уҡыусыһының бындай ҙур уңышында, һис шикһеҙ, уның ғилми етәксеһе — 136-сы башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Зарипованың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.