11 декабрь, Йәкшәмбе

06 май 2009 йыл, 17:33

Силәбе өлкәһе картаһына башҡорт ауылы исеме ҡайтарылды

«Башинформ»

Көньяҡ Урал Закондар сығарыу Йыйылышы депутаттары Силәбе өлкәһе губернаторы Петр Суминдың яңы, дөрөҫөрәге, иҫке яңы тораҡ пункты — башҡорт ауылы Арыҡты тергеҙеү тураһында ҡарарын хупланы. "Доступ" өлкә яңылыҡтар агентлығы хәбәр итеүенсә, был атама Силәбе өлкәһе картаһынан 30 йылдан ашыу элек алып ташланған. Иҫке яңы ауылға йәшәргә килеүсе тәүге кеше Мөхәмәтйән Латипов әйтеүенсә, 1977 йылда Арыҡ "перспективаһыҙ" ауыл тип таныла: халҡын район үҙәгенә күсерәләр, ә ауылды ер менән тигеҙләп, һөрөнтө ер итәләр.

Ҡәбер таштары һәм ғәрәп телендәге яҙыуҙары менән иҫке зыярат ҡына тейелмәй ҡала. Уға бульдозерҙарҙың һоҫҡоһо күтәрелмәй.

Мөхәмәтйән Латипов үҙе, пенсияға сыҡҡас, бында килгән. Беренсе йылды ҡатыны менән буржуйкалы армия палаткаһында йәшәйҙәр, һуңынан төҙөлөш вагонын килтереп, йорт һала башлайҙар.

Тик бына теркәлә алмай оҙаҡ ҡына ҡаңғыралар: хоҡуҡ һаҡлау органдарының дәлиле төплө: тораҡ пункты юҡ — прописка ла юҡ. Шул арала уларҙың хужалығы ла барлыҡҡа килә — пар менән йылытылған үҙ йорттары, мунсаһы, 360 гектар ер, ике трактор, йәшелсә һәм иген һаҡлағыстар, тиҫтәләгән һыйыр, йөҙҙән ашыу һарыҡ, тауыҡ, өйрәк һәм күркәләр.

Етмәһә, фермер тормошо алып барғанда Латипов йортона ҡырсынташ юл һала, электр тапшырыу линияһы үткәрә, үҙ подстанцияһын төҙөп ҡуя һәм хатта үҙе — үҙ ҡулдары менән — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары хөрмәтенә монумент төҙөй.

Ата-бабалары йортонда йәшәүҙәрен законлаштырыу өсөн арыҡтар күп тапҡырҙар төрлө инстанциялар буйлап йөрөй, ҡасаба, ә һуңынан район хакимиәте рөхсәтен ала. Эш губернаторға килеп терәлә, төбәк башлығы һынатмай — ауылды тергеҙеү кәрәклеге менән килешә. Һәм бына, ахыр килеп, "перспективаһыҙ" ауылға йән өргән арыҡтарҙың хыялы тормошҡа аша — Беренсе май байрамы алдынан депутаттар уны рәсми рәүештә тереләр сафына ҡайтарыу өсөн берҙәм тауыш бирҙеләр.