Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар 20,3 процентҡа артты

Йәмғиәт

Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, 2009 йылдың беренсе кварталында республика һаулыҡ һаҡлауына дөйөм сығымдар күләме 20,3 процентҡа артты һәм 4 215 миллион һум тәшкил итте. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының һаулыҡ һаҡлау идаралығы органдары һәм учреждениеларының эшмәкәрлеге йомғаҡтарына арналған ултырышында министр вазифаһын башҡарыусы Зөфәр Мортазин хәбәр итте.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән мониторинг мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беренсе кварталда республикала 11 мең кеше вафат булған. Үлем сәбәптәре структураһында беренсе урынды — ҡан әйләнеше системаһы, икенсене — яман шештәр, өсөнсө урынды имгәнеүҙәр, ағыуланыуҙар һәм тышҡы сәбәптәрҙең башҡа төрлө эҙемтәләре биләй.

БР халҡының йоғошло сирҙәр күрһәткестәре, сальмонеллез, дизентерия һәм бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәктән ҡала, Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән кәмерәк.

Коллегия ултырышы барышында Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалауға ҡағылышлы мәсьәләһе ҡаралды. Атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге эш хаҡы кимәле, госпиталләштереү, медицина ярҙамы күрһәтеү күләме күрһәткестәре буйынса баһалана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть