10 декабрь, Шәмбе

06 май 2009 йыл, 17:28

Эшһеҙлек буйынса уртаса пособие - йәшәү минимумының 57 проценты

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығы республикала эшһеҙлек буйынса уртаса пособиеның артыуын билдәләй. Мәҫәлән, ғинуарҙа 2131 һум тәшкил итһә, февралдә — 2294, март аҙағына 2437 һум булды. Был эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы күләменең 57 проценты.

Быйыл беренсе кварталда 41,5 мең самаһы кеше эшһеҙлек буйынса пособие алды. Шуларҙың 53 проценты — минималь күләмдә, 20 проценты иң юғары күләмдә алды.

темалар: пособие арта