9 декабрь, Йома

06 май 2009 йыл, 17:26

Башҡортостан парламентының өс комитеты ултырышы үтәсәк

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милекселек мәсьәләләре буйынса комитеты 7 майҙа сәғәт 10-да Зәки Вәлиди урамы, 46-сы йорт адресы буйынса 601-се бүлмәлә үтәсәк үҙенең сираттағы ултырышына йыйыла. Ул Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдағы дәүләт милкен хосусилаштырыу прогноз планын (программаһын) үтәү тураһында БР Хөкүмәте отчетын тыңлаясаҡ, шулай уҡ беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн әҙерләнгән "Республика маҡсатлы программалары тураһында" БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡараясаҡ.

Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет икенсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн әҙерләнгән "Пестицидтар һәм агрохимикаттар менән хәүефһеҙ мөғәмәлә итеү тураһында" БР Законына, республиканың аграр өлкәләге айырым закон сығарыу акттарына, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге айырым закон сығарыу акттарына, шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһында балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау тураһында" БР Законына (өсөнсө уҡыу) үҙгәрештәр индереүсе өс закон проектын ҡараясаҡ. Был комитет ултырышы 303-сө бүлмәлә 11 сәғәт 30 минутта башлана.

Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет "Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәте тураһында" БР Законына һәм "Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы билдәләре тураһында" БР Законының 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында ике яңы закон проектын ҡарау, өс проектты — өсөнсө уҡыуҙа һәм бер проектты икенсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә әҙерләү өсөн 16 сәғәттә 601-се бүлмәгә ултырышҡа йыйыласаҡ.

Комитет ағзалары шулай уҡ "Китапхана эше тураһында" Федераль закондың 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерергә ниәтләй.